2014 йылда башҡорт активистары һәм хоҡуҡ яҡлаусылар төркөмө «Башҡорт» милли йәмәғәт ойошмаһын асты. Башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм республика суверенитетын яҡлау акцияларынан тыш, ойошма ағзалары Башҡортостан тәбиғәтен һәм экологияһын һаҡлау өсөн сығыш яһаны һәм шул рәүешле Торату һәм Ҡуштау һаҡлауҙа төп роль уйнаны.
2020 йылдың майында Башҡортостан Республикаһының Юғары судының хөкөм ҡарары менән был ойошма экстремистик тип танылды һәм тыйылды. Активистарҙың суд ҡарарына ялыу бирергә маташыуҙары уңышһыҙ булып ҡалды. 2021 йылдың аҙағында «Башҡорт» тың элекке етәкселәренең береһе Руслан Ғәббәсов, сәйәси эҙәрлекләүҙән ҡурҡып, Рәсәйҙән сығып китә.
«Бәлә» редакцияһы уның менән Башҡортостанды колониялаштырыу, төрлө этник берлектәрҙең Украиналағы һуғышта ҡатнашыуының сәбәптәре һәм республика киләсәген нинсек итеп күҙ алдына килтереүе тураһында һөйләште.
— Һеҙ сәйәси әүҙемлек менән нисек шөғөлләнә башланығыҙ?
— Мин 2011 йылда, «Күк бүре» ойошмаһына ингәс, эшмәкәрлегемде башланым. Бер нисә айҙан һуң мин унда рәйес урынбаҫары булып киттем. Ваҡыт үтеү менән беҙҙә эш йүнәлештәре буйынса фекер айырымлыҡтары килеп сыҡты һәм башҡа ике урынбаҫар менән үҙебеҙҙең ойошманы асыу өсөн хәрәкәт составынан сыҡтыҡ. Шулай итеп «Башҡорт» барлыҡҡа килде.
Ойошма ярайһы уҡ уңышлы үҫешә ине. Мин унда рәйестең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым, идеология өсөн яуаплы инем. Беҙ башҡорт халҡының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен, Башҡортостан республикаһы суверенитетын, федератив мөнәсәбәттәрҙе, башҡорт телен яҡлау менән шөғөлләндек. Республикала экологик проблемалар киҫкенләшкән саҡта, беҙ шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса эштәр алып барҙыҡ.
Беҙҙә ҙур терәк бар ине. 2020 йылдың майында, беҙҙе тыйғанда һәм экстремистик ойошма тип танығанда, Башҡортостан буйынса ғына түгел, унан ситтә лә 17 филиалдарыбыҙ бар ине. Беҙҙә меңдән ашыу әүҙем ҡатнашыусылар, тиҫтәләгән мең теләктәшлек белдереүселәр һәм, мәҫәлән, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә 60 меңгә яҡын яҙылыусы булды.
— Һеҙ үҙегеҙҙе башҡорт милләтсеһе тип атайһығыҙ. Рәсәй пропагандаһында «милләтсе» һүҙе кире мәғәнәлә ҡулланыла. Ә һеҙ уға ниндәй мәғәнә һалаһығыҙ?
— Бында бер ниндәй ҙә кире мәғәнә күрмәйем. Үҫешкән илдәрҙә милләтселәр һәр саҡ сәйәси майҙанында сығыш яһайҙар, уларҙың үҙҙәренең ойошмалары бар, уңышлы һайланалар һәм хатта һайлауҙарҙа еңеп сығалар. Хәҙерге дәүләттәрҙең күбеһе милли идеяларға нигеҙләнгән, мәҫәлән, Көньяҡ Корея, Тайвань.
Ни өсөн «милләтсе» һүҙенең негатив төҫмөрө бар? Сөнки бөгөн Рәсәй федерацияһы составына милли республикалар индерелгән, ә Советтар Союзында улар тағы ла күберәк ине. Һәр кемдең үҙ хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре булған, барыһы ла үҙ азатлығын яҡларға тырышҡан. Әлбиттә, был колониаль үҙәккә оҡшамай. Минең өсөн милләтсе — ул үҙ мәҙәниәтен, халҡын, үҙ телен, йолаларын, үҙ тарихын яратҡан кеше. Шул уҡ ваҡытта ул үҙ халҡын башҡаларҙан юғарыраҡ ҡуймай, берәүҙе лә кәмһетмәй. Беҙ башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, уларҙың йолаларын һәм телдәрен хөрмәт итәбеҙ, бары тик үҙебеҙҙекен нығыраҡ яратабыҙ.
— Сәйәси программағыҙ хаҡында һөйләп ишеттерһәгеҙ ине.
— Беҙҙең үҙебеҙҙең Башҡорт милли сәйәси үҙәге тигән платформа бар. Унда беҙ Башҡортостандың буласаҡ дәүләт ҡоролошо проектын тәҡдим иттек. Ул башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе һәм беҙҙең идеолог Айрат Дилмөхәмәтовтың идеяларына нигеҙләнгән. Бөгөнгө көндә ул төрмәлә. Уның һүҙҙәре һәм идеялары өсөн уға туғыҙ йыл колония бирҙеләр.
Беҙ Башҡортостан республикаһы күп милләтле булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Бөгөнгө көндә унда өс ҙур этнос йәшәй: башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар. Шулай уҡ йөҙ меңгә яҡын мари һәм шул сама сыуаш халыҡтары йәшәй. Беҙҙә, мәҫәлән, Чечня кеүек, моноэтник республика түгел. Шуға күрә беҙҙең принцип башҡорт сәйәси милләтен төҙөүгә ҡайтып ҡала.
Был граждандар милләте, унда Башҡортостанды үҙенең йорто, тыуған иле тип һанаған ниндәй этник сығышынан булыуға ҡарамаҫтан бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең киләсәген төҙөргә йыйына һәм берләшә. төрлө этносҡа һәм конфессияға ҡараған Башҡортостандың бөтә халҡы ла ҡатнашты: мосолмандар, христиандар, башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар, чечендар, кемдәр генә унда булманы. Ул саҡта, был тауҙарҙы бирергә ярамай, улар Республиканың иҫ киткес ҡаҙанышы, тимәк, бөтә сәйәси милләт ҡаҙанышы, тип иҫәпләгән бөтәһе лә берләште.
Был граждандар сәйәси милләтендәге башҡорттар башҡаларҙан юғарыраҡ ҡуйылмай. Бөтәһендә лә бер төрлө хоҡуҡ. Әммә, башҡорт халҡының ере тураһында һүҙ барғаға күрә, башҡорт халҡы төп көс булып торорға тейеш. Был ерҙәр беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күсә. Улар был ерҙәр өсөн ихтилалдарҙа ҡандарын ҡойған, колониаль сәйәсәткә һәм баҫып алыуға ҡаршы торған. Шуға күрә беҙҙең бурысыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ был ерҙәрҙе беҙгә тапшырған, һәм беҙҙең бурыс — уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу. Башҡорттар — төп көс, әммә был улар өсөн ниндәйҙер айырым хоҡуҡтар бар тигәнде аңлатмай. Был, киреһесә, өҫтәмә бурыс,беҙҙең коллектив яуаплылыҡ.
Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә Республикаға, уның закондарына, конституцияһына тоғролоҡҡа ант биреү мөмкинлеге биреләсәк. Әгәр кемдер анттан баш тартһа, улар шулай уҡ республика граждандары булып ҡаласаҡ, был уларҙы ниндәйҙер хоҡуҡтарҙан, социаль именлектән һәм льготаларҙан мәхрүм итмәйәсәк. Әммә улар сәйәси тормошта ҡатнаша алмайасаҡ: үҙҙәре һайланамаясаҡ һәм һайлауҙарҙа ҡатнашмаясаҡ. Күптәргә был пункт оҡшамай, кемдер быны дискриминация, тип атай, ләкин мин былай уйламайым. Әгәр кеше үҙенең өйө тип һанаған Республикаға тоғролоҡҡа ант итмәй икән, тимәк, уның ниндәйҙер кире уйҙары йәки теләктәре бар. Глобаль масштабта беҙ Евросоюзға оҡшаш республикалар конфедерацияһы өсөн сығыш яһайбыҙ. Ул иҡтисад үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған һәм таможня сиктәре булмаған берҙәм валюта зонаһы. Бәлки, НАТО кеүек, республикаларҙың милли армияларынан торған берҙәм ҡораллы көстәр булыр. Беҙ киләсәкте бына шулай күрәбеҙ.
— Һеҙ йыш ҡына, башҡа этник вәкилдәрҙең дә башҡортҡа әйләнергә теләге булһын өсөн, Башҡортостанда юғары сәйәси мәҙәниәт булдырыу кәрәклеге тураһында һөйләйһегеҙ. Был нимәне аңлата?
— Элек башҡорттар Силәбенән алып Волгаға тиклем ҙур биләмәләрҙә йәшәгән. тигән термин бар, һәм был ерҙәрҙе кире ҡайтарырға кәрәк, тип иҫәпләгән кешеләр ҙә бар. Мин һәр саҡ уларға бының мөмкин булмауы тураһында әйтәм. Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең республикала [этник] күпселектә була алмайбыҙ. Нисек һәм ни өсөн беҙгә башҡа ерҙәрҙе ҡушырға? Әгәр беҙ ата-бабаларыбыҙ тарихи йәшәгән ерҙәрҙе ҡайтарырға теләһәк, унда йәшәгән кешеләрҙең башҡорт булып китеү теләге мөһим. Бының өсөн башҡорттар белемле, юғары мәҙәниәтле милләт, намыҫлы, яҡшы бизнесмендар булырға тейеш. Улар менән дуҫлашырға, туғанлашырға теләгән кешеләрҙең сифаттарына эйә булыуҙары мөһим.
— Ә урыҫтарҙың һәм башҡорттарҙың дөйөм тарихы менән нимә эшләргә һуң? Мәҫәлән, хәҙерге рәсәй дәреслектәрендә Башҡортостанды аяуһыҙ колониялаштырыу — ихтилалдарҙы баҫтырыу, тиҫтәләрсә мең башҡорттарҙы үлтереү тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Былар турыһында нисектер әйтеп китергә кәрәк, тип уйламайһығыҙмы?
— Әлбиттә. Бында нөктә ҡуйырға кәрәк. Юғиһә һәр яңы быуын күптән борсоған был мәсьәләләрҙе күтәрәсәк. Сөнки тарихтағы фажиғәле хәлдәр онотолмай, улар һәр ваҡыт буласаҡ. Әгәр улар тарихта, ниндәйҙер архивтарҙа, быуындан быуынға күсеп килгән кешеләр хәтерендә һаҡланған икән, беҙ быны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Һәм әгәр ярашыу, ниндәйҙер аңлашыу булмаһа, һәр саҡ конфликттар барлыҡҡа киләсәк.
Мәҫәлән, АҠШ үҙенең төп халҡына ҡарата геноцидын таный һәм уларға ниндәйҙер ташламалар һәм хоҡуҡтар бирә. Был иң дөрөҫ юл. Бәлки, уларға тағы ла ниндәйҙер мәсьәләләр тураһында һөйләшергә кәрәктер, әммә һәр хәлдә прецедент бар, һәм улар аралаша башланы. Бына бер ябай миҫалды ғына алайыҡ, Икенсе донъя һуғышынан һуң немецтар. Германия еңелә, немец халҡы ғәйебен таный һәм шуның менән нөктә ҡуйыла. Беҙҙә улай түгел. Шуға күрә рус һәм башҡорт халыҡтарының дөйөм тарихындағы бөтә «ауыртҡан нөктәләрен» билдәләү зарур. Быларҙың барыһы ла ҡаралырға тейеш. Хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн колониаль һуғыштарҙың, күп һанлы ихтилалдарҙың сәбәптәрен өйрәнергә кәрәк. Ни өсөн улар башланды? Бында кем ғәйепле? Былар тураһында мәктәптәрҙә һөйләргә тейештәр. Әгәр кеше был турала бала саҡтан белһә, тимәк, был хаҡта бөтә халыҡ беләсәк.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы, халҡыбыҙ тарихы Рәсәй тарихының бер бәләкәй өлөшө булараҡ ҡына уҡытыла. Милли-төбәк компонентын белем биреүҙән бөтөнләй алып ташлағандар. Быға тиклем, Башҡортостан мәҙәниәте, әҙәбиәте кеүек үк, башҡорт тарихы айырым предмет булып бара ине. Хәҙер быларҙың береһе лә юҡ. Хатта мин уҡыған саҡта беҙҙең тарихыбыҙ XV быуаттан, башҡорт ырыуының бер өлөшө Мәскәү дәүләте составына ингәндән алып башланды. Әйтерһең дә бығаса беҙҙең тарих булмаған.
Ә һуңынан кешеләр был тарихты белгәс шаҡ ҡаталар. Мәҫәлән, Һөйәнтүҫ тигән башҡорт ауылын алайыҡ. Унда мең кеше сәнсеп үлтерелгән, йөҙҙән ашыу кешене, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы келәткә ҡыуып индереп тереләй яндырғандар. урыҫтар был хаҡта белергә һәм киләсәктә был хәл ҡабатланмаҫҡа тейешлеген аңларға тейеш.
— Йәғни мәҙәни сәйәсәтте яңынан ҡарарға кәрәкме?
— Эйе. Сөнки мин, өлкән йәшкә еткәс кенә был хәл тураһында белгәс, шаҡ ҡаттым. Мин рус ауылында үҫтем, мәктәпте 1996 йылда тамамланым. Ул саҡта беҙҙә башҡорт теле предмет булараҡ та юҡ ине. Уҡыу аҙағында Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирелде, ләкин Һөйәнтүҫтә булған бындай хәл тураһында бер ни ҙә әйтелмәне. Беҙгә бары тик беҙҙең мәҙәни йолаларыбыҙ, тәбиғәт хаҡында ғына һөйләнеләр.
Һәм шуның менән бергә беҙҙә иҫ киткес мәҙәниәт, тип уйлайым. Ул бөтәһенә лә оҡшай. Уның менән Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа яҡшы таныш. Уларҙың береһенән дә был мәҙәниәтте ҡабул итмәүен күргәнем булманы. Күп кенә урыҫтар беҙҙең ҡымыҙҙы эсә, йылҡы итен ашай, һабантуйҙарҙа ат сабыштарында, көрәштә ҡатнаша, еңеү яулай. Мәҙәниәт үҙе йәмғиәткә ярайһы уҡ яҡшы яраҡлашҡан.
— Бөгөн Украиналағы һуғышта һәләк булған рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында күпселеге урыҫтар. Әммә уларҙан башҡа дағстандар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, бүрәттәр, чечендар, тывалар, башҡорттар һәм башҡа халыҡтар ҙа бар. Ни өсөн улар Кремль тарафынан башланған һуғышта ҡатнашырға ризалаша, тип уйлайһығыҙ?
— Бындай күренештең беренсе сәбәбе — милли республикаларҙың ярлы һәм унда йәшәү кимәле түбән булыуында. Рәсәй төбәктәрендә лә шул уҡ хәл. Ни өсөн Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан һалдаттар бик аҙ? Сөнки унда йәшәү кимәле юғарыраҡ. Һәр кем контрактҡа ҡул ҡуйып һуғышҡа китмәйәсәк, әгәр уның, мәҫәлән, менеджер булып эшкә урынлашып, ҡулына 80 мең һум алырға мөмөкинселеге бар икән.
Икенсе сәбәбе, минеңсә, милли республикаларҙа бик күп пассионар йәштәр йәшәүе. Йылдан-йыл иҡтисади хәлдең насарайыу шарттарында бында протест кәйефе артасаҡ. Ә инде иҡтисади мотивтарға милли фактор өҫтәлһә, үтә лә көсөргәнешле хәл барлыҡҡа килә. Шуға пассионарийҙарҙы нисек тә булһа юҡҡа сығарырға кәрәк, шуға ла уларҙы һуғышҡа оҙаталар.
Һәм өсөнсө фактор — ул да аңлы рәүештә башҡарылған эш. Путин бөтә халыҡтарҙың да Украина менән һуғыш алып барыуын, ҡулдары ҡанда булыуын һәм бөтәһендә лә коллектив яуаплылыҡ ятыуын теләй. Ул, хәҙер инде билдәле булып киткән, , тип әйткәндә, тап ошоларҙы күҙ уңында тотҡан. Ул Рәсәй Федерацияһының бөтә күп милләтле халыҡтың украиндар менән һуғышыуын теләй.
— Һәм традицион һорау: һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн урыҫтарға деколонизация кәрәк? Ғөмүмән, кәрәкме ул?
— Күптәр Рәсәйҙең аяуһыҙ империя булыуын аңламай, ул бер ниндәй ҙә бөйөк держава түгел. Бөйөклөгө икенсе нимәлә күренә. Бигерәк тә быны Рязань йәки Түбәнге Новгород өлкәһендә йәшәгән һәм бер ҡасан да милли республикаларҙың проблемалары менән осрашмаған кешеләр аңламай. Улар, мәҫәлән, Ҡазан һәр ваҡыт империя составында булырға тейеш, тип уйлай. «Ни өсөн беҙ татарҙарға нимәлер бирергә тейеш? Уларҙың ниндәй айырым хоҡуҡтары булыуы мөмкин? Йәки шул уҡ сахалар, улар бөтөнләй ҡайҙалыр алыҫта йәшәйҙәр, нимә улар унда ғауға сығаралар?», тиҙәр.
Бына тап ошо кешеләр иң тәү сиратта беҙ икенсе төрлө кешеләр икәнен аңларға тейеш. Беҙҙең үҙебеҙҙең республикаларыбыҙ, дәүләтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бар, беҙ айырылып торабыҙ. Һәм беҙ үҙебеҙҙең юл менән үҫешергә теләйбеҙ. Быны күп урыҫтарға аңлатып еткереүе бик ауыр, сөнки уларға бала саҡтан, мәктәп йылдарынан уҡ бөйөк урыҫ мәҙәниәтен баштарына һеңдергәндәр. Был ябай миҫалдарҙа ла күренә. Мәҫәлән, әгәр ҡайын Башҡортостан ерендә үҫһә, ул бит башҡорт ҡайы була, ә улар барыбер уны рус ҡайыны тип атайҙар. Һәм тағы ла урыҫ ҡышы тигән төшөнсә лә бар. Ә ни өсөн һуң ул ҡыш урыҫ булырға тейеш? Яҡутстанда ҡыш урыҫ ҡышы түгел, ә яҡут ҡышы.
Был кешегә бала саҡтан һеңдерелгән бөйөк державалы шовинизм, империя үҙаңы. Унан ары бер ни ҙә юҡ. Мәҫәлән, һуғыш яҡлылар йыш ҡына, Рәсәй бер ҡасан да бер кемгә лә һөжүм итмәгән, тип комментарийҙар яҙалар. Улар бары тик [Дмитрий] Песковтың ҡабатлай. Был ваҡытта мин тарихҡа бик үк төпкә инмәйенсә, совет осоронан башлап, Рәсәйҙең һөжүм итеү осраҡтарының ҡыҫҡаса исемлеген төҙөп бирәм. Һәм улар шунда уҡ ауыҙҙарын ябалар, сөнки хәҙер бер ни әйтә алмайҙар. Быларҙың бит бөтәһе лә һеңдерелә бара.
Шулай итеп фекер йөрөткән, ошондай үҙаңлы халыҡ еңелеүен тәрән кисерәсәк. Улар Икенсе донъя һуғышынан һуң Геббельст пропагандаһы менән аңдары томаланған һәм немец һалдаттары концлагерҙарҙа шундай ҡот осҡос әйберҙәр эшләүҙәренә ышанмаған немецтар кеүек. Уларҙы төркөмдәргә йыйып, лагерҙарға, камераларға экскурсияға алып барғандар, туғандар ҡәберлеген ҡул менән ҡаҙырға ҡушҡандар. Шул саҡта ғына улар булған хәлдәрҙең ни тиклем ҡот осҡос булыуын аңлағандар. Бында ла шул уҡ хәл буласаҡ. Улар һүҙ алып барған денацификация күберәк рәсәйҙәргә генә кәрәк. Бындай ҡот осҡос хәлдәр тураһында һөйләргә, уларҙы аңлатырға, архивтарҙы асырға кәрәк. Унһыҙ бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ, минеңсә. Кешеләр үҙҙәре был аңлау кимәленә етергә тейеш. Әгәр архивтарҙы асмаһалар, бер нимәне лә аңлатып булмаһа, был шовинизм тергеҙеләсәк. Шул уҡ Германия миҫалында, бары тик Беренсе донъя һуғышынан һуң ғына.
Шулай уҡ мин төп халыҡтарҙың ғына түгел, урыҫтарҙың да милли үҙаңын күтәрергә кәрәк, тип уйлайым.Улар тәү сиратта уларҙың үҙҙәрен колониаль империя төҙөү өсөн ҡорал булараҡ файҙаланыуҙарын аңларға тейеш. Улар ярҙамында башҡа халыҡтарҙы яулап алғандар, үҙҙәренең ҡаны менән түләгәндәр.
— Республиканан киткән һәм ҡалған башҡорттар хәҙер нимә эшләргә тейеш? Нисек уйлайһығыҙ?
— Мин башҡорттарҙың күпселеге Мәскәүгә ҡаршы булыуына тәрән ышанам. Халҡымдың нимә менән тын алғанын беләм, уның да теләктәре минеке кеүек үк. Күптәр «азатлыҡ» һүҙенән һәм ғөмүмән республика бойондороҡһоҙлоғо идеяһынан ҡурҡа, сөнки әлегә улар быға ышанып етмәй. Улар «Шоушенканан ҡасыу» тигән фильмдың персонаждарының береһе, өлкән китапханасы кеүек фекерләйҙәр: «Ысынлап та беҙ ирекле буласаҡбыҙмы? Әгәр улай булһа, ул саҡта беҙ нисек йәшәрбеҙ?»
Рәсәйһеҙ, урыҫтарһыҙ беҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ, тип әйткәндәргә, мин былай тип яуап бирәм: ә ни өсөн үзбәктәр, молдавандар йәшәй ала, ә беҙ юҡ? Ни өсөн улар үҙҙәренең милли дәүләттәрендә йәшәй һәм уларҙы үҫтерә ала, ә беҙ юҡ? Беҙ нимәһе менән кәм? Бер нимәһе менән дә кәм түгел! Шуға халҡыма шуны еткергем килә: бөгөн иң мөһиме — Рәсәй һәм Республика властарының енәйәт ҡылыуҙары һәм Башҡортостан Республикаһы власында торған коллаборанттары менән килешмәү. Улар ыңғайына эйәрергә ярамай. Тиҙҙән бөтәһе лә ла тамамланасаҡ.
Мин өндәшмәгәндәрҙе ғәйепләмәйем. Власть асыҡ итеп фекер әйтеүҙе тыя, . Әгәр ҙә һин әүҙем сығыш яһарға әҙер түгел икән, Путинды, уның власын, һуғышҡа саҡырыуҙы һәм башҡаларҙы хуплауҙан өндәшмәү яҡшыраҡ. Был осраҡта бер нимә лә эшләмәйенсә көтөү хәйерлерәк. Был, үҙем әйтмешләй, «Икс сәғәт»енә әҙерләнеү. Бәлки, был ваҡытта күберәк уҡырға, үҙаллы сәйәси белем алыға кәрәктер.
Мин теге йәки был өлкәлә эшләгән профессионалдарҙың әлегә эш планын төҙөргә тейешлеге хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Мәҫәлән, уҡытыусылар, мәғариф вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы үҙенең яҙмышын үҙ ҡулына алғас, үҙебеҙгә хужа булғас һәм Мәскәү диктаты булмағанда, мәғарифта ниндәй үҙгәрештәр индереү тураһында уйлана башларға тейеш. Балаларыбыҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ Гарвард, Оксфорд уҡыу йорттарына уҡырға инеп китһен өсөн, белем биреү системаһы эшен нисек итеп ойоштороу тураһында уйланыу зарур. Шул уҡ, мәҫәлән, иҡтисадсыларға ҡағыла. Улар үҙҙәренә шундай һорау бирергә тейеш: республикала иҡтисад ҡоролошо ниндәй булырға тейеш? Хәҙер, минеңсә, интеллигенция бына ошо мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тейеш. Уларға, республика азатлыҡ яулағандан һуң, уның үҫеше буйынса проекттар һәм ҡарамалалар әҙерләргә кәрәк.
Ә инде Рәсәй Федерацияһынан ситтә булған башҡорттар шуны аңларға тейеш: бөгөн тик беҙҙә генә башҡорт халҡы исеменән, эҙәрлекләүҙән ҡурҡмайынса, асыҡ һәм тура әйтеү мөмкинлеге бар. Һәм беҙ быны эшләргә бурыслы. Үҙебеҙҙең яҡты киләсәк образын төҙөргә тейешбеҙ. «Икс сәғәт»е килеп еткәс һәм, ниһәйәт, империя емерелгәс, беҙ көстәрҙе берләштерергә һәм үҙебеҙ күрергә теләгән Башҡортостан Республикаһын төҙөргә тейешбеҙ.